Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балалар киске ундан иртәнге унға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәләрҙән башҡа йөрөргә тейеш түгел.
Шулай уҡ 15 июндән өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса эшләүсе мәғариф ойошмалары, шул иҫәптән автомәктәптәр үҙ эшен яңырта.
22 июндән штаттарында медицина хеҙмәткәрҙәре булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары, һауыҡтырыу лагерҙары асыла. Уларҙы әҙерләү 15 июндән башлана.