+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 13:32

Икеләтә юғары эш хаҡы түләнә

1 июль, Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөндә, эшләгән кешеләргә эш хаҡы икеләтә күләмдә түләнәсәк. Илдең хеҙмәт кодексының 153 статьяһына ярашлы, ял йәки байрам көндәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең быға тулы хоҡуғы бар.

Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитет рәйесе Инна Святенко белдереүенсә, 1 июлдә, ил Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреүҙәргә бәйле, эшләмәгән граждандарҙың эш хаҡы тулыһынса һаҡлана.
Участкаларға килеп тауыш биреүҙәрҙән тыш, плебисцит онлайн форматта ла үтә. Электрон тауыш биреү 25 июндә сәғәт 10-да башлана һәм 30 июндең 22 сәғәтенә тиклем бара.
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөн 1 июлгә тәғәйенләне һәм ул ял көнө тип иғлан ителде.
Шулай уҡ тауыш биреүҙәр барышында кешеләрҙең хәүефһеҙлеге тәү сиратта иҫәпкә алынасаҡ. Участкаларҙа бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр таратыу, дистанция һаҡлау кеүек саралар ҡабул ителәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: