-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 19:04

30 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 11 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең дөйөм һаны – 4 273. Тәүлек эсендә сырхауҙар 79-ға артҡан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 11 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең дөйөм һаны – 4 273. Тәүлек эсендә сырхауҙар 79-ға артҡан.
Әлеге мәлдә республикала COVID-19 менән ауырыусылар – 2 514, 1 741 яҡташыбыҙ унан һауыҡҡан. Дауаханаларҙа 1023 сирле ята, шуларҙың 30-ы ауыр хәлдә, 13-ө яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 1 491 кеше өйөндә дауалана. Был сирҙән вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ – 18.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус менән йоҡторған 8 779 сырхау асыҡланған, 174 сирле донъя ҡуйған, һауығыусылар – 8 367. Дөйөм алғанда, шәфҡәтһеҙ вирусты эләктереүселәр илдә 502 436-ға еткән. Шуларҙың 261 150-һе сәләмәтләнгән, 6 532-һе донъя ҡуйған.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в