+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 15:04

Тауыш биреү урындары хәүефһеҙ буласаҡ

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөнә әҙерлек дауам итә. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 9 июндән 15-нә тиклем һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы операторҙарын уҡыта башланы. Уҡытыу, коронавирус таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында, бөтә санитар нормаларҙы иҫәпкә алып үткәрелә.

Күнекләмәләр барышында барыһы ла комплекстың монтажын, тауыш биреүҙәр ваҡытында уның эшмәкәрлеген көйләргә, һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарырға өйрәнә.
Уҡытыу Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Туймазы һәм Күмертау ҡалаларында алып барыла. Әле КОИБ операторҙары теорияла белемдәрен камиллаштыра, һуңынан уны практикала нығытысаҡтар. Уҡыуҙарҙан һуң оперторҙар тест үтәсәк һәм танытма аласаҡ.
Тауыш биреүҙәр көнөндә улар ҡормалдарҙың төҙөклөгөн, бюллетендәрҙе дөрөҫ индереүҙе ҡараясаҡ, кәрәк булғанда консультация ярҙамы күрһәтәсәк.
Ил Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса республика эксперттары ла үҙ фекерҙәрен белдерә.
Башҡортостан законын төҙөүселәрҙең береһе, Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев, тауыш биреүҙәр урынын мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк эшләйәсәктәр, тип белдерҙе. "Профилактик саралар арҡаһында, килгән кешеләргә бер тапҡыр ҡуллана торған маскалар таратасаҡтар, тауыш биреү пунктары антисептик препараттар менән тәьмин ителәсәк. Участкаларға кешеләр айырым төркөмдәр менән генә индереләсәк. Ручкалар ҙа бер тапҡыр ҡулланыла торған буласаҡ. Был сараларҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк. Унда иғтибарға лайыҡ үҙгәрештәр бик күп тип уйлайым”, - тине ул.
Фото Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: