-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 09:25

Тәжрибә уртаҡлашты

Башҡортостан Республикаһы үҙенә яңы тәжрибә үҙләштерә. Республика вәкилдәре “Технополис Мәскәү” тигән махсус иҡтисади биләмә эшмәкәрлеге менән танышты.

Башҡортостан Республикаһы үҙенә яңы тәжрибә үҙләштерә. Республика вәкилдәре “Технополис Мәскәү” тигән махсус иҡтисади биләмә эшмәкәрлеге менән танышты.
Билдәле булыуынса ил хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостанда ла тәүге “Алға” махсус иҡтисади биләмә булдырыу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Унда 2025 йылдарға тиклем нефтехимия, микроэлектроника өлкәһендә приборҙар төҙөлөшө һәм туҡланыу сәнәғәтендә инвестиция проекттары тормошҡа ашырыласаҡ.
Ә “Технополис Мәскәү” биләмәһендә ҡаланың ҡеүәтле юғары технологиялы предприятиелары урынлашҡан. Уларҙың күбеһе импортты алыштыра, хатта эшкәртеү сәнәғәтендә, транспорт һәм төҙөлөштә ҡулланылған деталдәрҙе лә етештерә. Иң мөһиме Мәскәүҙә ҡалаға кәрәк продукция етештергән инвесторҙарҙы йәлеп итеү. Мәҫәлән, ошо уҡ биләмәлә өс йыл дауамында дарыу препараттары һәм медицина изделиелары етештерелә. Резидент статусы инвесторҙарға ҙур мөмкинлектәр аса: улар башҡаланың эре заказсыларына мөрәжәғәт итә ала, йыл һайын һалымдарға киткән аҡсаның 47 процентын янда ҡалдырыу мөмкинлеге бар, тип һөйләне биләмәнең генераль директоры Геннадий Дегтев.
Башҡортостандағы “Алға” иҡтисади биләмәһе әле башланғыс этапта ғына. Шуға күрә тәжрибәлерәк эшҡыуарҙарҙең эше менән танышыу файҙалы эшкә старт ҡына бирҙе.
Фото ”Технополис Мәскәү” биләмәһенең бәйләнештә селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в