+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 16:49

Салауат Юлаев көндәре уҙасаҡ

12-16 июндә республикала Салауат Юлаев көндәре үтәсәк. Милли батырыбыҙҙың тыуыуына быйыл 266 йыл тула.

12-16 июндә республикала Салауат Юлаев көндәре үтәсәк. Милли батырыбыҙҙың тыуыуына быйыл 266 йыл тула.
Ләкин эпидемиологик хәлгә бәйле, был саралар онлайн форматта ойошторола. Уның сиктәрендә төрлө ведомство- учреждениеларға саралар планы тәҡдим ителгән.
Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттары ВКС режимында ғилми-ғәмәле конференциялар уҙғарасаҡ, мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәренең ютуб-каналдарында Салауат Юлаев операһын, операға увертюра тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ батырыбыҙ хаҡында документаль һәм нәфис фильмдар, спектаклдәр, дистацион платформала флешмобтар, тематик концерттар һәм башҡа саралар ойошторола.
Салауат Юлаев көндәрен үткәреүгә Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайы, Башҡортостан Юлдаш телеканалы һәм барлыҡ матбуғат саралары ҡушыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: