2020 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 31,1 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Беренсе вице-премьер – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, бурыстар ваҡытында үтәлә килә.
– 2020 йылда милли проекттарҙы бойомға ашырыуға 31,1 миллиард һум бюджет аҡсаһын тотоноу ҡаралған, уларҙың 20 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында килә, – тип билдәләне ул Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә.
Иң яҡшы күрһәткестәргә “Демография”, “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ирешелгән. Беренсе сабый донъяға килеү, шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуыу буйынса 20 меңдән ашыу ғаилә түләү алған. 700 балаһыҙ ғаилә түләүһеҙ экстракорпораль аталандырыу программаһы буйынса тәүге бәпесе донъяға килеүенә мөмкинлек алған. Дауалау учреждениелары материаль-техник базаһын яҡшырта, медицина ҡоролмалары алына.
“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса ла уңыштар күп.
– 2020 йылда Шаран һәм Нуриман райондарында ике яңы мәктәп асыласаҡ, тағы бер мәктәп Нефтекамала төҙөлә. Мәктәптәрҙә һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 42 “Үҫеш нөктәһе”үҙәге асыласаҡ, 48 ауыл мәктәбендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңыртыласаҡ. Педагогтар Өҙлөкһөҙ һөнәри оҫталыҡты күтәреү үҙәгендә белем ала, – тип хәбәр итте БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Коронавирус пандемияһы менән килеп тыуған хәл “Социаль әүҙемлек” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға этәргән. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, 5 меңдән ашыу ирекмән республиканың 200 мең кешеһенә ярҙам иткән. 465 мең медицина битлеге таратылған. Ирекмәндәр Өфөлә, Салауатта, Октябрьскийҙа, Өфө һәм Туймазы райондарында әүҙем эшләй. Волонтерҙарға ҡушылырға торғандар күп. Әле ирекмәндәр тағы бер мөһим дәүләт эшенә – “Конституция волонтерҙары” проектына ҡушылған. 3 меңдән ашыу активист илдең төп ҡанунына индереләсәк үҙгәрештәрҙең төп идеяларын аңлатыу менән мәшғүл.
– Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа беҙ ысынлап та насар эшләмәйбеҙ. Эш күләме ҙур. Волонтерҙарға ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.