Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы 24 сәғәттә республикала тағы ла 81 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Был сиргә тарыусыларҙың дөйөм һаны хәҙер – 4 194.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 1 066 сырхау ҡурҡыныс вирусҡа ҡаршы көрәшә. Араларында ауыр хәлдәгеләр ҙә бар: улар – 28. Шуларҙың 12-һе – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе эләктерһә лә, әллә ни бирешмәгән 1 470 яҡташыбыҙ кәрәкле дауаны өйөндә ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә һауығып дауахананан сығыусылар бигерәк күп – 135. Ә дөйөм алғанда, 1 640 ауырыу коронавирустан ҡотолған.
Һуңғы 24 сәғәттә COVID-19-ҙан вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән. Республикала унан барлығы 18 ғүмер өҙөлөүен билдәләп китәбеҙ.
Пневмония менән сирләүселәрҙе табиптар айырым иғтибарҙа тота. Һуңғы тәүлектә 109 кешенең үпкәһе ялҡынһынған.Улар бөтәһе лә коронавирусҡа тикшерелгән. Был сирҙән тәүлек эсендә 44 кеше һауыҡҡан.
Эпидемия башланғандан бирле республикала барлығы 298 981 лаборатор анализ үткәрелгән, 284 853 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә 6 016 анализ яһалған, 5 714 кеше тест үткән.