+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 04:06

ГТО тапшырырға әҙерһеңме?

Нуриман районында ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тренажерҙары булған заманса майҙансыҡ эшләнгән. Уны төҙөү өсөн аҡса 2019 йыл аҙағында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә бүленгән. Бындай майҙансыҡтар төҙөү мөмкинлеге барлығы республиканың 20 районына бирелгән.

Яңы спорт майҙансығы район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында урынлашҡан.
Күнекмәләр эшләү өсөн комплекс асыҡ һауала 315 квадрат метр майҙанды биләй. Хәүефһеҙ йомшаҡ резина япмалы ерҙә 21 төрлө тренажер ҡуйылған. Тренажерҙар комплектына гимнастика эскәмйәһе, турник, ҡулсалы баскетбол щиты, степпер, велотренажер, теннис өҫтәле һәм башҡа ҡоролмалар инә.
Фото Нуриман районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: