+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 12:05

Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

2020 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡыты тамамланыуға бара. 5 июнгә ҡарата “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 1495 кеше яҙылған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 697 данаға – 32 процентҡа - кәм. Тиражыбыҙҙың өстән бер өлөшөн йыя алмағанбыҙ! Был – бик ҙур юғалтыу.

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп хәлде төҙәтәйек. Бәйләнештәр (ВКонтакте) селтәрендә журнал дуҫтарының һаны - 11 меңдән ашыу. Был бик ҙур көс. Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһына битараф ҡалмағыҙ, үҙегеҙ яҙылығыҙ, башҡаларҙы өгөтләгеҙ!
Бөгөн ташламалар менән яҙылыу декаднигының һуңғы көнө. Ашығығыҙ, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 555 һумға яҙылып ҡалығыҙ!
Почта бүлексәләрендә, шулай уҡ https://podpiska.pochta.ru һәм rbsmi.ru һылтанмалары аша инеп журналға яҙылып була. Журнал почта аша киләсәк!
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: