+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 16:50

Коронавирус: һандар ни хаҡында хәбәр итә?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 9 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 4 113-кә еткән. Тәүлек эсендә 96 сырхау өҫтәлгән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 9 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 4113-кә еткән. Тәүлек эсендә 96 сырхау өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә республикала COVID-19 менән сирләүселәр барлығы – 2590, 1505-е – сәләмәтләнгән. Вафат булыусылар һаны 20 майҙан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала (18).
Рәсәй буйынса аҙаҡҡы тәүлектә был мәкерле вирусты эләктереүселәр – 8595, унан һауығыусылар – 11709, 171 ауырыу донъя менән хушлашҡан.
Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 485253. Шуларҙың 242397-еһе сирҙе еңеүгә өлгәшкән, 6142-һе үлгән.
Эпидемия башланғандан алып илдә COVID-19-ға барлығы 13,2 миллиондан ашыу лаборатор тикшереү уҙғарылған. Һуңғы тәүлектә генә лә 238,6 мең тест эшләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: