+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 16:39

Башҡортостан уҡыусылар командалары – Бөтә Рәсәй проекты финалында

“Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте – Үҙидара территорияһы” (“РДШ – Территория самоуправления”) Бөтә Рәсәй проектының федераль этабына һөҙөмтәләр яһалған. Федераль округтар эксперттары төбәк этабы һөҙөмтәләре буйынса һайланған 510 проект араһынан 96 инициативаны һайлап алған. Был командалар профиль сменаһында ҡатнашасаҡ һәм финалда урын алыу өсөн көс һынашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһынан финалға Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбенең “Рожденный помогать” һәм Ишембай ҡалаһының 12-се лицейының “3Dевочки” командалары сыҡҡан.
Проектта ҡатнашыу өсөн барыһы 1428 социаль инициатива тапшырылған.
Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылған бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы ул. Уның рәйесе – Рәсәй Геройы, лётчик-космонавт Сергей Рязанский. Әлеге мәлдә илебеҙҙә Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтендә 19 мең белем биреү ойошмаһы ҡатнаша. Уның төбәк бүлектәре РФ-ның 85 субъектында булдырылған. Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте эшмәкәрлегендә 500 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте 27 Бөтә Рәсәй проектын ойошторған, уларҙың өсөһө “Мәғариф” милли проектына ингән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: