+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 16:08

Башҡорт телендә лә тауыш бирергә мөмкин

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөнә бюллетендәр баҫтырала башланы. Уның 13 проценты башҡорт телендә буласаҡ. Шулай уҡ тауышты рус һәм татар телдәрендә лә бирергә мөмкин.

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөнә бюллетендәр баҫтырала башланы. Уның 13 проценты башҡорт телендә буласаҡ. Шулай уҡ тауышты рус һәм татар телдәрендә лә бирергә мөмкин.
Үҙәк һайлау комиссияһы барлығы 3 миллиондан ашыу бюллетень әҙерләй. Бланктар ”Белая река” нәшриәтендә баҫыла. Ә район-ҡалалар өсөн 230 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Бюллетендә ни бары бер һорау, яуаптың ике варианты буласаҡ. Тауыш биреүселәр "эйе" йәки "юҡ" тип яуап бирергә тейеш. Сараны ойоштороу һәм уның үҙенсәлектәре хаҡында журналистарға республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретаре Марина Долматова һөйләне.
Билдәле булыуынса, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө 1 июлгә тәғәйенләнгән. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеге тәү сиратта иғтибарға алынасаҡ. Уға бәйле, тауыш биреүҙәрҙе бер аҙнаға алдан башларға ла мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: