Өфөлә Ростов урамында йүнәтеү эштәре бара. Ремонт СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шәфиев урамына тиклем участкала алып барыла. Уның дөйөм оҙонлоғо 650 метр тәшкил итә.
Бында фрезерлау эштәре башҡарыласаҡ, 5200 квадрат метр майҙанда асфальт-бетон япма һалынасаҡ. Техник полосалар, тротуар эшләнәсәк, юл ситенә яңы таштар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ газонды яңыртыу, әлеге тротуарҙың япмаһын йүнәтеү ҙә ҡаралған. Ремонт эштәренән һуң термопластик менән юл һыҙаттары төшөрөләсәк.
Йүнәтеү эштәре мәлендә юл хәрәкәте ҡатмарлашыуы ихтимал. Ремонт август аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Юл йүнәтеү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Быйыл 16 объектта ремонт эшләнәсәк.