+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 18:23

Дүрт меңдән арттылар...

8 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 4017 иҫәпләнә.

8 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 4017 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 89-ға артҡан.
Сирлеләрҙең 1460-ы табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы өйҙәрендә ҡабул итә. 1086 сырхау стационарҙарҙа дауалана, 41-е – ауыр хәлдә.
Был ауырыуҙы йоҡтороусыларҙың, дөйөм алғанда, 1453-ө сәләмәтләнгән, 16-һы уҙған тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Республикала COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны шул килеш ҡала (18), һуңғы тәүлектә үлем осраҡтары юҡ.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала һәр 100 мең кешегә COVID-19 менән сирләүсе 92 ауырыу тура килә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: