+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 01:23

Балалар филармонияһы көҙ ишектәрен асыр

Өфө балалар филармонияһында йүнәтеү эштәре бара. Капиталь ремонт сентябрҙә тулыһынса тамамланыр, тип көтөлә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өфө балалар филармонияһында йүнәтеү эштәре бара. Капиталь ремонт сентябрҙә тулыһынса тамамланыр, тип көтөлә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
“Балалар филармонияһына халыҡ күп йөрөй. Бында меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Капиталь ремонт барышында фойе, залдар, бинаның алғы күренеше, ҡыйығы яңырасаҡ. Электр, елләтеү системалары буйынса эштәр алып барыла, янғындан һаҡланыу саралары күрелә. Сентябрҙә учреждение лайыҡлы һәм уңайлы шарттарҙа күнекмәләр үткәреү өсөн ишектәрен асыр, тип ниәтләйбеҙ”, – ти БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова филармониялағы эш барышы менән танышҡандан һуң.
Өфө балалар филармонияһы Өфө эластомер материалдар, әйберҙәр һәм конструкциялар заводы (УЗЭМИК) мәҙәниәт һарайы нигеҙендә булдырылған. Бина 1970 йылда төҙөлгән. Филармонияның 57 ижади коллективында һәм клубында 3 йәштән алып 24 йәшкәсә 1100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Бында эшмәкәрлек алты йүнәлеш: хореография, вокал, хор, цирк, театр, спорт буйынса алып барыла.
Филармонияла елләтеү, йылытыу системалары йүнәтелә, электромонтаж эштәре башҡарыла, ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелә. Учреждение аҡсаһына концерт залында 646 ҡәнәфи, ишектәр һәм иҙән ябыуы алмаштырылған.
Филармонияны яңыртыу унда төбәк кимәлендәге саралар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Учреждениены яңыртыу “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Был проект һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында” Указы сиктәрендә 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 27 яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, 52 мәҙәниәт учреждениеһы йүнәтеләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: