+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 23:40

Шаран ышаныслы үҫешә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Шаран районында ла булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Шаран районында ла булды.
Төбәк етәксеһе Туймазылағы “ГеоЛайн” ЯСЙ Шаран районының Яңы Йүзәй ауылында 2018 йылда асҡан етештереү майҙансығын ҡараны. Унда юл төҙөлөшөндә, нефть һәм газ тармаҡтарында, ауыл хужалығында киң файҙаланылған геосинтетик туҡымалар етештерәләр. Объектҡа 20 миллин һум инвестициялар һалынған, 11 эш урыны булдырылған.
Район үҙәгендә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы “Ҡайғылы әсә” скверы үҙгәртеп ҡорола. Бүленгән финанс күләме - 5,5 миллион һум. Район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин әйтеүенсә, бында мемориаль комплекс төҙөлә, Геройҙарға иҫтәлекле стелалар ҡуйыла.
Радий Хәбиров райондағы спорт объекттары менән ҡыҙыҡһынды, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Шаран магистраль газ үткәргестәренең линия производство идаралығында булды. Етәксе КС-19 “Шаран” компрессор станцияһындағы үҙгәртеп ҡороу эшен ҡараны.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: