+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 17:39

Һәр кемдең тауышы мөһим

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәрҙә барыһы ла ҡатнашырға тейеш. Был хоҡуҡ түгел, ә һәр кемдең бурысы.

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәрҙә барыһы ла ҡатнашырға тейеш. Был хоҡуҡ түгел, ә һәр кемдең бурысы.
Был турала “Спутник-ФМ” радиостанцияһына Граждандар контроле һайлаусыларҙың хоҡуғын яҡлау ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасов интервью бирҙе.
-Беҙҙең кешеләр үҙҙәренең хоҡуҡтарын әҙме-күпме белә башланы, ләкин бурыстарын аңлап етмәй. Тауыш биреүҙәргә 100 процент килергә кем ҡамасаулай. Бер кем дә түгел. Ләкин күптәр килергә теләмәй. Шул уҡ ваҡытта уларҙың буш бюллетендәрен кемдер үҙ исеменән файҙаланыуы ихтимал.
Донъя һайлау хоҡуғы тарихынан күреүебеҙсә, һайлауҙарға килеп тауыш биреү бик мөһим. Барыбер күпселектең, йәғни халыҡтың тауышы иҫәпкә алына. Миҫал итеп Украинаны алһаҡ, Зеленский нисек президент булып үтеп китте һуң?
Риза булмаһағыҙ ҙа үҙегеҙҙең позицияғыҙҙы белдерә алаһығыҙ. Барыһы ла беҙҙән тора. Барып тауыш бирергә кәрәк.
Хәбәр итеүебеҙсә, Президент Владимир Путин, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөн 1 июлгә тәғәйенләне. Ул ял көнө тип иғлан ителде. Тауыш биреүҙәрҙә хәүефһеҙлек саралары ла иҫәпкә алынасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: