+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 11:35

Глобаль йылыныу ғәйеплеме?

Ер йөҙөндәге алтынсы ҡырғын дәүерен атмосфераның глобаль йылыныуы бермә-бер тиҙләтә.

Ер йөҙөндәге алтынсы ҡырғын дәүерен атмосфераның глобаль йылыныуы бермә-бер тиҙләтә.
Норильск ҡалаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдең – 21 мең кубометр дизель яғыулығының ергә, йылға-күлдәргә ағып төшөүе сәбәбе глобаль йылыныуға бәйле булыуы ихтимал, ти белгестәр. Тундраның иреүенә бәйле, яғыулыҡ һаҡланған резервуарҙың нигеҙе ултырған, был иһә ғәйәт ҙур мискәнең тишелеүенә килтергән.
Себер һәм Арктика – Рәсәй нефтен һәм газын биргән тарафтар. Һалҡын был төбәктәрҙә мең һәм мең Норильсктағы кеүек резервуарҙар ултыра, йөҙәр мең километр оҙонлоғондағы ҡолас етмәҫ торбалар тундраны буйға һәм арҡрыға иңләй. Тимәк, һауаның йылыныуы уларға ла авария ҡурҡынысы менән янай. Үтә лә хәүефле күҙаллау был.
Норильск ваҡиғаһынан һуң Рәсәй генераль прокуратураһы барлыҡ хәүефле объекттарҙы ла тикшерә башлай. Ә Президент Владимир Путин, бындай осраҡтарға артабан юл ҡуймаҫ өсөн, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә етди үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: