0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 11:00

Бушлай уҡығандар һаны арта

Быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына 2019 йылға ҡарағанда 1 073-кә күберәк бюджет урыны бүленгән.

Быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына 2019 йылға ҡарағанда 1 073-кә күберәк бюджет урыны бүленгән.
2020-2021 уҡыу йылында барлығы 11 меңдән ашыу абитуриент бушлай уҡыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Вуздар июндең өсөнсө декадаһында документтар ҡабул итә башлай. Уҡырға алыу августа үтә. Уҡырға инеүселәр ғаризаны һәм тейешле документтарҙы вуздарҙың сайты аша электрон формала ебәрә ала.
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин үҙенең 15 ғинуарҙағы мөрәжәғәтнамәһендә 2021 йылдан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу тураһында тәҡдим индергәйне. Коронавирус пандемияһына бәйле, йәштәрҙең киләсәген билдәләгән мөһим был сараны ул 2020 йылдан ғәмәлләштерә башларға ҡушты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: