Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды һәм урындағы сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтары торошо, социаль өлкә объекттарында хәлдәр менән танышты.
15 тауар етештереүсене берләштергән “Партнер” ауыл хужалығы кооперативы 2017 йылда ойошторолған. Кооператив рәйесе Радик Нәбиев белдереүенсә, коллектив көн һайын 19 тоннаға яҡын һөт етештерә һәм эшкәртеүселәргә оҙата. Киләсәктә, дәүләт грантын файҙаланып, һөт аҙыҡтарын үҙҙәрендә етештереүҙе ойошторорға ниәтләйҙәр.
Республика етәксеһе Ауыл хужалығы министрлығына кооперативҡа грант алыуға заявка әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты.
Район үҙәгендә 2013 йылда асылған Баҡалы кирбес заводында ла булды Радий Хәбиров. Эшҡыуар Марат Арыҫланов, ташландыҡ хәлдәге предприятиены һатып алып, эште яйға һалған. Башта завод тәүлегенә 30 мең кирбес етештерә. 2015 йылда производствоға 200 миллион һум инвестиция һалына. Һөҙөмтәлә коллектив йылына 20 миллион дана кирбес сығара башлай. Продукцияны Башҡортостанда, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстанда теләп һатып алалар.
Былтыр районда 1-се һанлы мәктәптең яңы бинаһын сафҡа индергәндәр. Ул 825 урынға иҫәпләнгән һәм тулыһынса заман талаптарына яуап бирә.
Ахман ауылында Башҡортостан Башлығы Баҡалы районы почетлы граждандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Николай Асанбаев һәм Даян Мурзин музейында булды.
Урындағы үҫеш мәсьәләләре “Башлыҡ сәғәте” ндә район хакимиәте башлығы Александр Андреев менән фекер алышыуҙа тикшерелде.
"Баҡалы уңышлы үҫешә, был эш өсөн муниципалитет етәкселегенә рәхмәт. Беҙ төбәктә кооператив хәрәкәтен тергеҙә башланыҡ. Ошо йәһәттән Баҡалы районындағы кеүек яҡшы хәл бөтә ерҙә лә күҙәтелмәй. Шуға күрә бында республика тематик семинар-кәңәшмәне үткәреү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ", - тип йомғаҡланы һүҙен Радий Хәбиров.