-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 16:30

Тормош шулай үҙ яйына ҡайта

2ГИС геосервисы мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалабыҙ Өфөлә коронавирус пандемияһынан һуң халыҡтың иҡтисади әүҙемлеге 79 процентҡа тергеҙелгән.

2ГИС геосервисы мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалабыҙ Өфөлә коронавирус пандемияһынан һуң халыҡтың иҡтисади әүҙемлеге 79 процентҡа тергеҙелгән.
2ГИС геосервисы ҡалаларҙа үҙизоляция режимы йомшартылғандан һуң халыҡтың иҡтисади әүҙемлеге кимәлен күрһәтеүсе индексты билдәләй. Тикшереү Рәсәйҙең 62 ҡалаһын солғаған.
Новокузнецк ҡалаһында эштәр барыһынан да яҡшыраҡ – унда тергеҙелеү индексы 92 процент тәшкил итә. Икенсе урында – был күрһәткес 91 процент булған Магнитогорск һәм Яр Саллы.
Өфөлә иһә ул – 79 процент. Ошо аҙнала республикала сауҙа үҙәктәре, музейҙар, китапханалар асылды. Шул уҡ ваҡытта дистанцияны һаҡлау, битлек режимы һәм ололар өсөн “комендант сәғәте” һаҡлана әле.
Был үҙенсәлекле рейтинг аҙағында – Санкт-Петербург (55 процент), Мәскәү (48 процент), Сочи (45 процент).
Рейтингты билдәләүселәр, Рәсәй буйынса ҡулланыусылар әүҙемлеге, дөйөм алғанда, 71 процентҡа тергеҙелгән, тип баһалай.
Индекс геосервис мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән. Төп күрһәткестәр итеп кешеләрҙең теге йәки был хеҙмәттәрҙе һәм тауарҙарҙы эҙләүе (был иһә ихтыяж кимәлен күрһәтә), бизнес-ойошмаларға илткән маршрутты билдәләүе алынған.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: