«Профстажировки 2.0» проектының эш биреүсе партнерҙары студент эштәре конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡараған. Конкурсанттар улар кейсына ярашлы курс һәм диплом эштәре яҙа башлаған. Ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы тәүге биш төбәк араһына ингән.
Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары практика йәки стажировка үтергә мөмкинлек ала. Профстажировки.рф платформаһында Башҡортостандан 41 эш биреүсе партнерҙың 96 кейсы урынлаштырылған.
“Беҙ проектҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күҙәтәбеҙ. Бөгөнгә платформала 108 642 студент теркәлгән. Эш биреүсе партнерҙар ғаризаларҙы ҡараны. 5051 студент фәнни эштәр әҙерләй башланы. Был тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа ҡарағанда 30 процентҡа күберәк”, – тип һөйләй “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының генераль директоры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Алексей Комиссаров.
“Ҡурсаланыу режимына тиклем тәүге конкурста еңеүселәрҙең күбеһе предприятиеларҙа стажировка үтеп, кәрәкле оҫталыҡ тупларға, резюмеһын байытырға өлгөрҙө. Улар араһында түләүле стажировка үткән, хатта эшкә урынлашҡандар ҙа бар. Әле күптәр практиканы дистанцион рәүештә үтә. Предприятиелар менән бергә эшләүҙең бер һөҙөмтәһе булып белем биреү вебинарҙары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү тора. Беҙ еңеүселәребеҙҙең уңыштарын иғтибарлы күҙәтеп барабыҙ, уларға проектта максималь рәүештә үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирәбеҙ”, – ти «Профстажировки 2.0» проекты етәксеһе, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илья Семин.
Проекттың платформаһында барлығы 1296 эш биреүсенең 4559 кейсы урынлаштырылған. Конкурстың тәүгеһендә Рәсәйҙең 55 төбәгенән 505 студент еңеүсе булған.
«Профстажировки 2.0» – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты берлектә ойошторған проект. Ул “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.