+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 14:56

Онкодиспансерға – 13 хирургик монитор

Республика клиник онкологик диспансерына 13 МПР6-03-«Тритон» хирургик моделле мониторы алынған, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика клиник онкологик диспансерына 13 МПР6-03-«Тритон» хирургик моделле мониторы алынған, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҡыллы аппаратура даими, атап әйткәндә, һәр биш минут һайын, ЭКГ, ҡан баҫымы, пульс кеүек мөһим күрһәткестәрҙе аныҡлай, пациенттың тын алыу системаһын күҙәтә.
Яңы мониторҙар матдәләр алмашыныуы һәм кислород ҡулланыу кимәлен, медикаментоз йоҡоноң тәрәнлеген аныҡлау, шулай уҡ табип-реаниматолог эше өсөн кәрәк булған пациенттың йәшәйешенең күп параметрҙарын билдәләү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра.
Мониторҙар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған.
Фото Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: