-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 13:01

Ишембайҙа тәүге кәңәшмә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа ”Алға” махсус иҡтисади биләмәләр үҫеше буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда хөкүмәт, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, предприятие вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа ”Алға” махсус иҡтисади биләмәләр үҫеше буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда хөкүмәт, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, предприятие вәкилдәре ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, май аҙағында ил хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сиктәрендә махсус иҡтисади үҫеш биләмәләре барлыҡҡа киләсәк.
-“Алға” сәнәғәт-етештереү иҡтисади зонаһын ойоштороу – ул ҙур еңеү. Хәҙер республика хөкүмәтенән башлап муниципаль район башлыҡтарына тиклем ошо биләмәләрҙең үҫеше өсөн яуап бирәсәкбеҙ. Уның координаторы булып вице-премьер, хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаясаҡ. Яңы проекттар өсөн биләмәләр бар, беҙ инвесторҙар көтөп ҡалабыҙ. ”Алға” биләмәләрендә етештереү предприятиеларын урынлаштырыу өсөн ҡарарҙарҙы тиҙерәк ҡабул итеү мөһим,- тине Радий Фәрит улы.
Ике районда махсус иҡтисади биләмәләр өсөн 470 гектар урын ҡаралған. Уның күбеһе әле үк проекттар өсөн бүлеп бирелгән.
Бөгөн иһә һөҙөмтәле, ышаныслы һәм аныҡ проекттар менән эшләгән инвесторҙар табыу мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
Фото Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: