0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 11:10

Хыял һәм ниәт булып ҡалмаһын ине

Президент Владимир Путин Хөкүмәткә һәм урындарҙағы власть органдарына газ үткәреү проблемаһын хәл итеү өсөн көстәрҙе берләштерергә ҡушты, тип билдәләнгән Кремль сайтына ҡуйылған документта. Ябай тел менән әйткәндә, ил етәксеһе халыҡтан аҡса алмайынса һәр йортто “зәңгәр яғыулыҡ” торбаһына тоташтырырға ҡушты.

Президент Владимир Путин Хөкүмәткә һәм урындарҙағы власть органдарына газ үткәреү проблемаһын хәл итеү өсөн көстәрҙе берләштерергә ҡушты, тип билдәләнгән Кремль сайтына ҡуйылған документта. Ябай тел менән әйткәндә, ил етәксеһе халыҡтан аҡса алмайынса һәр йортты “зәңгәр яғыулыҡ” торбаһына тоташтырырға ҡушты.
"Роснефть"тың башлығы Игорь Сечин етәкләгән Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү стратегияһы буйынса президент комиссияһы был эште координацияларға тейеш. Программаны ғәмәлләштереү өсөн 2 триллион һум аҡса талап ителә. Газ үткәреү 2024 йылда тамамланырға, йәғни шул ваҡытҡа Рәсәйҙә тәбиғи газ инмәгән йорт ҡалмаҫҡа тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: