+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 12:33

Үҙе иҫән сағында уҡ легендаға әйләнгән йырсы

Республикала күренекле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың - халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәктәр. Был туралағы указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Республикала күренекле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың - халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәктәр. Был туралағы указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Легендар йырсының юбилейы айҡанлы саралар планы ҡабул ителгән. Ойоштороу комитетын премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкләй.
Үҙе иҫән сағында уҡ легендаға әйләнгән йырсы халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән бер ауылдан, хатта улар бер мәктәпкә йөрөгән, бер парта артында ултырған, тип билдәләй күренекле шәхестәрҙең биографияһын өйрәнеүселәр.
Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән Фәриҙә Ҡудашева бәхетле ижад юлы үтә. Был йырсыны һәр тарафта, һәр ауылда ашҡынып көтөп алалар, ул осорҙа уның үҙенсәлекле тауышын ишетеү өсөн генә лә тамашасылар күп нәмәгә әҙер була.
Фәриҙә Ҡудашева исеме тирәләй уйлап сығарылған да, ысынбарлыҡта булған да легендалар күп йөрөй. Шуларҙың береһенә ышанғанда,бер ауылда һалҡын клубта йырлай алмай, ҡайтырға сыҡҡан йырсының юлын ҡыйып, урындағылар күперҙе емереп ташлай. Үҙенә шул тиклем инанған тамашасыларының үтенесен йыҡмай Фәриҙә Ҡудашева концерт үткәрә.
Уға оҙайлы ижад тормошо үтергә тура килә. Фәриҙә Ҡудашева исеме менән уның тормош иптәше, баянсы Бәхти Ғайсиндың ижады ла бәйләнгән. Сөнки йырсы башҡарыуындағы популяр йырҙарҙың күбеһен тап Бәхти Ғайсин яҙған.
Йырсының берҙән-бер ҡыҙы Ренара бик иртә вафат була,әлеге көндә ейәнсәре Славяна Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Фәриҙә Ҡудашева үҙе 90 йәшенә бер нисә ай ғына етмәй, 2010 йылда вафат булды. Йырсының исеме Өфө урамдарының береһенә бирелгән, шулай уҡ Фәриҙә Ҡудашева исемендәге “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт-татар йыр фестивале бар. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: