0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 21:48

Башҡортостанда пилот проект тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан ”Экохәстәрлек” тигән проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәгенә инде. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тәҡдиме һәм илдең Мәғариф министрлығы ярҙамы менән башланған проект.

Башҡортостан ”Экохәстәрлек” тигән проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәгенә инде. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тәҡдиме һәм илдең Мәғариф министрлығы ярҙамы менән башланған проект.
Уҡыусыларҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡараш тәрбиәләү, экология мәҙәниәтен һәм белемен үҫтереүгә йүнәлтелгән был сара республика мәғариф учреждениеларында хуплау таба. Экологик белем тигән йүнәлеш уҡыусылар өсөн мәктәп программаһына, өҫтәмә белем биреү системаһына ла индерелгән.
Проектҡа ярашлы, балалар, зарарлы ҡалдыҡтар иҫәбенә ингән батарейкалар йыйыуҙа ҡатнашып, уны үтилгә тапшырыуға булышлыҡ итә ала. Халыҡ фронты батарейкаларҙы йыйыуҙы мәктәп базаһында ойоштороуҙо рөхсәт иткән. Зарарлы ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү объектына сығарыу менән махсус ойошмалар шөғөлләнәсәк.
Ни өсөн мәктәптәр һайлап алынған? Белгестәр билдәләүенсә, беренсенән, батарейкаларҙы ҡулланыусыларҙың төп өлөшө - балалы ғаиләләр, икенсенән, уҡыусыларҙа кесе йәштән экологик белем тәрбиәләү сараһы ла был, тине проект авторы, халыҡ фронтының “Экология” тематик майҙансығы эксперты Александр Коган.
Башҡортостанда алып барыласаҡ пилот проекты хаҡында матбуғат конференцияһында Өфөнөң 44-се мәктәбе директоры Азат Батыршин таныштырҙы.
-Беҙ мәктәптә күптән балаларҙы сүп-сар айырырға өйрәтәбеҙ. Уҡыусылар ошо темаларға тикшеренеү эштәре алып бара, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Киләсәктә “Экохәстәрлек” тигән проектта ҡатнашырға әҙербеҙ, - тине Азат Рафаил улы.
Рәсәйҙә йыл һайын 20 мең батарейка йыйыла һәм уның 3 проценты ғына эшкәртелә. Ҡалғандары полигондарға барып эләгә һәм ағыулы мәтдәләр тарата. Ә илдә йыл һайын миллиард батарейка ҡулланыла һәм уның үтилләштерелмәгән һәр береһе 20 квадрат метр ерҙе бысрата тип иҫкәртә белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: