Кисә коронавирус менән сирләүселәрҙең быға тиклем булмағанса (107) артыуына бошонһаҡ, бөгөн улар тағы ла күберәк – 119.
5 июнгә ҡарата Башҡортостанда COVID-19 диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар 3 727 булып киткән.
Әлеге мәлдә республикала 2 423 кеше был мәкерле сиргә ҡаршы көрәшә, 1 286-һы – һауыҡҡан. Коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Тәүлек эсендә Рәсәйҙә коронавирус 8 726 кешене аяҡтан йыҡҡан, 144 ауырыу унан вафат булған, һауығыусылар – 8 057.
Ил буйынса, дөйөм алғанда, COVID-19-ҙы йоҡтороусылар – 449 834. Шуларҙың 212 680-е сәләмәтләнгән, 5 528-е донъя ҡуйған.
Бөгөнгө көнгә илдә барлығы 12 миллиондан ашыу лаборатор тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә генә лә 320 мең анализ яһалған. Рәсәйҙә әле барлығы 317 мең ауырыу медицина күҙәтеүе аҫтында.