+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 11:25

12 һәм 24 июнь – өҫтәмә ял көндәре

Хеҙмәт министрлығының аңлатмаһына ярашлы, июндә беҙҙе ике өҫтәмә ял көтә.

Хеҙмәт министрлығының аңлатмаһына ярашлы, июндә беҙҙе ике өҫтәмә ял көтә.
12 июнь – Рәсәй көнө. Ул йомаға тап килә һәм, шәмбе, йәкшәмбене лә ҡушһаҡ, беҙҙе өс көн ял көтә. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путин Еңеү парадын 24 июнгә күсерҙе һәм был көнгә, эш хаҡын һаҡлау шарты менән, ял иғлан итте. Ул шаршамбығы тура килә.
24 июнь өсөн эш хаҡының һаҡланыуын иҫәпкә алып, 23-ө байрам алды көнө тип һаналмай, шуға күрә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: