+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 19:30

Вирус сигенә башланы, тиһәк...

Республикала һуңғы тәүлектә быға тиклем булмағанса – 107 кеше коронавирус менән ауырыған.

Республикала һуңғы тәүлектә быға тиклем булмағанса – 107 кеше коронавирус менән ауырыған.
Тәүлек эсендә өҫтәлеүсе ауырыуҙар һаны аҙаҡҡы ваҡытта аҙая башлағас, сир сигенә, тип иртәрәк ҡыуанғанбыҙ, күрәһең. Тимәк, уяулыҡты кәметергә ашығырға түгел.
Эпидемия башланғандан бирле Башҡортостанда COVID-19 диагнозы йәмғеһе 3 608 ауырыуҙа раҫланған. Әлеге мәлдә республикала коронавирус менән 2 304 кеше ауырый. Шуларҙың 995-е дауаханала ята. Ҡалғандары – 1 309-ы өйҙәрендә дауалана, тип хәбәр итте бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Был сирҙән барлығы 1 276 кеше һауыҡҡан. Шуларҙың 37-һе һуңғы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Коронавирустан вафат булыусылар һаны шул килеш ҡала (18), уҙған тәүлектә унан донъя ҡуйыусылар юҡ.
Брифингта Максим Забелин оло йәштәгеләр менән аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләүҙе һораны. Уларҙа коронавирус инфекцияһының бик ауыр үтеүен билдәләне. Министр әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә ауырыуҙар һаны ҡырҡа артыуы вирустың ғаилә эсендә таралыу осраҡтары менән бәйле.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: