+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 11:29

“Сүп” тип кенә ҡарамайҙар

Ғафури районында “сүп” реформаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҙур эштәр башҡарыла.

Ғафури районында “сүп” реформаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҙур эштәр башҡарыла. Рөхсәт ителмәгән 76 сүплек асыҡланған, Красноусол ауылындағыһын иҫәпкә алмағанда, уларҙың бөтәһе лә ябылған. Тәүҙә ауылдарҙа 53 ваҡытлыса контейнер майҙансыҡтары ҡуйылған. Бөгөнгө көнгә иһә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 178 контейнерҙан торған тағы 53 уңайлы майҙансыҡ, һигеҙ куб һыйҙырышлы 30 бункер урынлаштырылған.
Райондың ихтыяжы ҙурыраҡ булғанға күрә, был эш дауам итә. Мәҫәлән, быйыл Красноусол ауылының Блюхер урамында контейнер майҙансығы ҡорғандар. Тиҙҙән район үҙәгенең Еңеү һәм Фрунзе урамдарында, Аҡ Таш ауылында майҙансыҡтар әҙер буласаҡ.
Шулай уҡ июнь дауамында 14 ауыл биләмәһендә өҫтәмә рәүештә 42 контейнер майҙансығы ҡуйыласаҡ. Улар бөтәһе лә тейешле санитар нормаларҙы күҙәтелеп ҡорола. Төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, майҙансыҡтарға бетон нигеҙ эшләп, тимер менән уратып алғас, башын япҡас ҡына контейнерҙар ултыртыла.
Контейнерҙар етештереү менән Аҡ Күл ауылы эшҡыуары Эльдар Зыязетдинов шөғөлләнеүе ҡыуаныслы. “Хаҡтары ла ҡулай, сифаты ла яҡшы булғас, контейнерҙарҙы үҙебеҙҙең районда һатып алабыҙ”, – тип билдәләй Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшина.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: