0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 16:08

Коронавирусты ғаилә эсендә йоҡтора башлағандар

Ошоға ҡәҙәр республикала кешеләр коронавирусты күберәк йәмәғәт урындарында һәм медицина ойошмаларында эләктерһә, хәҙер ғаилә эсендә йоҡтороу осраҡтары теркәлә.

Ошоға ҡәҙәр республикала кешеләр коронавирусты күберәк йәмәғәт урындарында һәм медицина ойошмаларында эләктерһә, хәҙер ғаилә эсендә йоҡтороу осраҡтары теркәлә.
Сирҙең нигеҙҙә оло йәштәгеләргә йоғоуын билдәләп китеү кәрәк. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итә.
“Инфекция өлкәндәрҙе аяҡтан йыға. Бының вахтасыларҙың күпләп ҡайтыуы менән бәйле булыуы мөмкин. Вахта буйынса эшләүселәр ауырыуҙың билдәләрһеҙ уҙыусы төрөн алып ҡайтыуы ихтимал”, – ти министр.
Ҡарттар был сирҙе ауыр үткәрә, йыш ҡына уларҙы яһалма һулыш аппаратына тоташтырыу талап ителә, реанимация ярҙамы кәрәк. Һуңғы көндәрҙә коронавирус менән сирләп китеүсе оло йәштәгеләрҙең вирусты башлыса туғандары – инфекцияның беленмәгән-һиҙелмәгән төрөн йөрөтөүселәр менән аралашҡандан һуң йоҡтороуы асыҡланған.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: