+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 12:23

Хөрмәт һәм хәтер көнө

6 июндән Өфөлә мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу өсөн зыяраттар асыҡ буласаҡ. Ошо хаҡта Өфө ҡала округы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Өлфәт Мостафин белдерҙе.

6 июндән Өфөлә мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу өсөн зыяраттар асыҡ буласаҡ. Ошо хаҡта Өфө ҡала округы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Өлфәт Мостафин белдерҙе.
Зыяраттар 6 июндән 30 сентябрға тиклем сәғәт 8-ҙән 22 сәғәткә тиклем көн һайын асыҡ буласаҡ. 1 октябрҙан иһә сәғәт ваҡыттары бер аҙ ҡыҫҡара.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Юланов билдәләүенсә, 6 июнь - хөрмәт һәм хәтер көнөндә, йәмәғәт транспорты ҡала зыяратына сәғәт 8-ҙән 22 сәғәткә тиклем йөрөйәсәк.
Көньяҡ зыяратына ике маршрут ебәрелә. Улар 30 һәм 30к - һанлы автобустар “Пушкин” сауҙа комплексы, “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенән сығасаҡ. Шулай уҡ өҫтәмә транспортты “Галле исемендәге” туҡталыштан ебәреү күҙаллана.
Төньяҡ зыяратҡа иһә “УМПО һарайы - Тимашев ҡасабаһы”, Кузнецов затонан Тимашев ҡасабаһына йөрөгән 211 маршруттар барып етә. Барлығы 25 автобус ебәреү күҙалланған.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡырҙы. Зыяраттарға килгәндә лә ҡулға бирсәткәләр кейеү, маска режимын һаҡлау мөһим.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: