-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 15:55

Фажиғәгә тиң ғәҙәттән тыш хәл

Кисә генә кешенең тәбиғәткә килтергән сикһеҙ ҙур зыяны тураһында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә Норильск ҡалаһында теркәлгән ҡот осҡос хәл был темаға тағы әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте.

Кисә генә кешенең тәбиғәткә килтергән сикһеҙ ҙур зыяны тураһында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә Норильск ҡалаһында теркәлгән ҡот осҡос хәл был темаға тағы әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте.
29 майҙа "Норильск-Таймыр энергетик компанияһы" АЙ-нә ҡараған ТЭЦ резервуары тишелеү сәбәпле ергә 21 мең кубометр дизель яғыулығы аға. Техноген авария тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына тик ике көн үткәс кенә билдәле була. Күрәһең, урындағы етәкселәр уны йәшерергә маташҡан.
Яғыулыҡ Амбарная һәм башҡа йылға-күлдәргә ағып төшә. Һыу рөхсәт ителгән кимәлдән тиҫтәләрсә мең тапҡыр нығыраҡ бысранған. Асылда, был һыу сығанаҡтарында бер ниндәй ҙә тереклек ҡалмаған, тип әйтергә мөмкин. Дөйөм алғанда 180 мең квадрат метр майҙан зыян күргән.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙе тиҙләтеү маҡсатында Президент Владимир Путин Красноярск крайында федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл индерҙе.
Сәбәптәрен һәм ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в