+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 10:55

Йәй башы нормаға тап килә

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, июндә көндәрҙең уртаса һауа температураһы +17,+18 градус буласаҡ. Был ғәҙәти йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, июндә көндәрҙең уртаса һауа температураһы +17,+18 градус буласаҡ. Был ғәҙәти йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын.
Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә нормаға яҡын булыуы күҙаллана. Уның күләме - 40-70 миллиметр.
Был аҙнала болотло һауа торошо, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә – 9 - 14, көндөҙ – 17 - 25 градус йылы буласаҡ. Киләһе аҙнанан республикала температураның 30 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал.
Читайте нас: