“Балаларҙы үҫтереү өсөн барыһы ла бар. Музыка бүлмәһе, спорт залы, иркен уйын бүлмәләре, һүрәт төшөрөү студияһы, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған фәнни һанлы эксперименталь лаборатория ла бар. Лабораторияла балалар физик, химик, биологик процестарҙы өйрәнә аласаҡ. Беҙҙең төп маҡсат – балаға йылы, уңайлы булһын, ул мәктәпкә яҡшы әҙерләнһен, һәләттәрен үҫтерһен”, – ти баҡса етәксеһе Татьяна Пивоварова.