+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 18:23

Тағы 92 кеше ауырыған

COVID-19 вирусы һөжүмен кәметмәй: һуңғы тәүлектә Башҡортостанда уны 92 кеше йоҡторған.

COVID-19 вирусы һөжүмен кәметмәй: һуңғы тәүлектә Башҡортостанда уны 92 кеше йоҡторған.
3 июнгә ҡарата, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, коронавирус менән сирләүселәр, дөйөм алғанда, 3 501-гә еткән.
989 ауырыу стационарҙарҙа даими күҙәтеү аҫтында дауалана. 1 245-е, сирҙе еңел кисергәнгә күрә, табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы өйөндә ҡабул итә.
Уҙған тәүлектә 57 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәр хәҙер йәмғеһе – 1 249. Коронавирустан вафат булыусылар һаны шул килеш ҡала: бөтәһе – 18.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар ҙа айырым иғтибарҙа тотола, улар стационарҙа дауалана. Аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы менән 97 кеше дауаханаға һалынған, 49-ы, һауығып, өйөнә ҡайтҡан.
Эпидемия башынан алып Башҡортостанда COVID-19-ҙы асыҡлауға 260 053 анализ яһалған, 247 524 кеше тикшерелгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: