Президент Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы хәрби парад үткәреү көнөн 24 июнгә билдәләгәйне.
Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, парадҡа әҙерлек һәм уны үткәреү барышында коронавирусҡа ҡаршы етди саралар күрелә. Мәҫәлән, сит ил ҡунаҡтары Мәскәүгә килер алдынан ике аҙналыҡ карантин үтергә һәм ҡурҡыныс инфекцияға тест бирергә тейеш. Рәсәй аэропорттарында башҡа дәүләттәрҙән килгән делегацияларҙы ҡарау өсөн санитар-карантин постары асыла.
Барлығы 1 мең 500 сит ил ҡунағы килер, тип фаразлана. Улар Мәскәү эргәһендәге 5 хәрби шифаханала йәшәйәсәк.