+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 17:57

Сүп кәмер, экология яҡшырыр

Туймазы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүпте айырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә. Ул йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Объектты тапшырыу ваҡыты – 2020 йылдың аҙағы.

Туймазы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүпте айырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә. Ул йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Объектты тапшырыу ваҡыты – 2020 йылдың аҙағы.
Комплекс “Грохот” һәм “Шредер” системалары менән йыһазландырыласаҡ. Тәүгеһе барлыҡ органиканы иләп, ҡалдыҡтарҙан 30 процент артабан ҡулланырға ярарлыҡ ресурсты алырға мөмкинлек бирһә, икенсеһе ҙур күләмле ҡалдыҡтарҙы ваҡлай.
Дәүләкән районында ла йылына 40 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртерлек ҡеүәтле сүп айырыу комплексы төҙөлөргә тейеш. Әле “Экология Т” ЯСЙ төбәк операторы төҙөлөш өсөн ер алған, проект-смета документацияһы буйынса эштәр алып барыла.
Бынан тыш, Бәләбәй районында ла сүп айырыу комплексы төҙөү буйынса тәүге аҙымдар яһалған. Уның ҡеүәте йылына 100 мең тонна тәшкил итәсәк. Әле комплекс урынлашасаҡ ер участкаһын теркәү эштәре бара.
– Әлеге комплекстарҙы төҙөү яңы эш урындары барлыҡҡа килтерергә ярҙам итәсәк, полигондарға эләккән сүп ҡалдыҡтарын күметеүгә килтерәсәк, – ти “Экология Т” ЯСЙ директоры Илнур Шакиров.
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендә инфраструктураның үҫешеүе ҡалдыҡтарҙың күләмен кәметеүгә мөмкинлек бирәсәк, экологияның яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ республика биләмәһендә “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш системаһын булдырыу” төбәк проектының күрһәткестәренә етергә ярҙам итәсәк, – тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының урынбаҫары Нияз Фазылов.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: