+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 19:05

Кеше емергес көс булмаһын ине

Хәҙерге заманды ғалимдар, алтынсы ҡырғын дәүере, тип атай. Ул туранан-тура кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенә һәм сикләнмәгән нәфсеһенә бәйле.

Хәҙерге заманды ғалимдар, алтынсы ҡырғын дәүере, тип атай. Ул туранан-тура кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенә һәм сикләнмәгән нәфсеһенә бәйле.
Һуңғы 100 йылда 400 төр ҡыр йәнлеге ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Тәбиғи шарттарҙа (кеше ҡыҫылмаған осраҡта) был арауыҡ 10 мең йылға тиң булыр ине, ти белгестәр. 2001 – 2014 йылдар эсендә генә лә 173 төр хайуандың тәбиғәттә бер бөртөгө лә ҡалмаған.
Ер тарихында тереклектең күпләп ҡырылған 5 осрағы билдәле. Уларҙың һәр ҡайһыһы тәбиғәт катаклизмаһы менән бәйле – йә Ергә гигант астероид бәрелгән, йә барлыҡ вулкандар бер юлы уянған. Бындай һәр дәүерҙә хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм микроорганизмдарҙың 70 – 90 проценты юҡҡа сыҡҡан. Һүңғы иң ҙур ҡырылыш 66 млн. йыл элек булған. Фәкәр шул осорҙа динозаврҙар үлеп бөткән.
Әле күҙәтелгән алтынсы ҡырғындың йылдам үҫешендә фәҡәт кеше ғәйепле. Ошоға бәйле Берләшкән милләтәр ойошмаһы быйылғы йыл аҙағына Биологик төрлөлөк конвенцияһына (1992 йылда ҡабул ителгән, 168 ил раҫлаған) өҫтәмә рәүештә тереклек төрҙәрен һаҡлау буйынса яңы глобаль маҡсаттар индеререгә ниәтләй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: