+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 15:03

Кемдәр нимәгә хоҡуҡлы?

Пандемия осоронда кешеләргә дәүләт тарафынан бүленгән социаль ярҙам саралары хаҡында аңлатыу эше дауам итә.

Пандемия осоронда кешеләргә дәүләт тарафынан бүленгән ярҙам саралары хаҡында аңлатыу эше дауам итә.
Бөгөн республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төрлө ведомство белгестәре ҡатнашлығында онлайн-брифинг үткәрҙе. Һорауҙар ғариза тултырыу, социаль ярҙам түләүҙә аңлашылмаған осраҡтар, эшһеҙ граждандарға арттырылған пособиелар, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары хаҡында барҙы. Уларға пенсия фонды, күп функциялы үҙәк, мәшғүллек үҙәге белгестәре яуап бирҙе.
Социаль түләүҙәрҙе алыусы ғаиләләргә ҡағылған һорауҙар араһында бөтә хеҙмәттәр ҙа ғаризаны дөрөҫ тултырыу кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Ғаризаға ғаиләләге бөтә балаларҙың исемен яҙыу кәрәклеге, банк реквизиттарын дөрөҫ күрһәтеүҙе билдәләнеләр. Дәүләт хеҙмәте порталы тәүге ғаризаны ҡарамайынса, икенсе ғаризаны ҡабул итә алмай, тине Ленера Хәким ҡыҙы. Шуға был мәсьәлә лә ата-әсәләргә бик иғтибарлы булыу зарур.
Социаль ярҙам сараларында үҙгәрештәр ҙә байтаҡ. Был иһә эшһеҙ граждандарға, эшҡыуарҙарға ҡағыла. Мәҫәлән, 1 марттан һуң эшмәкәрлеген мәжбүри туҡтатҡан эшҡыуарҙарға юғары пособие түләнәсәк. Шулай уҡ минималь пособие алған эшһеҙҙәргә уның күләме өс тапҡырға арттырылған. Республикала хәҙер ул - 5175 һумға еткерелгән.
- Был иһә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һанының артыуына килтерҙе. Элек кешеләр аҙ күләмле пособиеға дәғүә итмәһә, хәҙер дәүләт ярҙамы менән файҙаланғандар иҫәбе артасаҡ, - тип билдәләне Ленера Иванова.
Бөгөн республикала эшһеҙлек кимәле 3,6 тапҡырға артҡан.
Онлайн-брифингта ҡаралған бөтә һорауҙар буйынса мәғлүмәттәр Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: