+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 17:28

Ҡиммәтле балыҡ үрсетәләр

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранты өсөн конкурс башланды. 400-ҙән ашыу дәғүәсе араһында күпселек ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡтың һөт һәм ит өсөн һыйыр малын үрсетеү кеүек традицион төрҙәре менән шөғөлләнергә ниәтләнә. Ишембай районынан Фәнис Зөбәйеров иһә ҡиммәтле балыҡ үрсетмәксе.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранты өсөн конкурс башланды. 400-ҙән ашыу дәғүәсе араһында күпселек ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡтың һөт һәм ит өсөн һыйыр малын үрсетеү кеүек традицион төрҙәре менән шөғөлләнергә ниәтләнә. Ишембай районынан Фәнис Зөбәйеров иһә ҡиммәтле балыҡ үрсетмәксе.
Бер йыл элек Верхотор ауылында быуа барлығын, элек унда ҙур булмаған балыҡ хужалығы булғанлығын белеп ҡалғас, Фәнис Зөбәйеров балыҡ үрсетеү тармағын үҫтереү теләге менән яна башлай. Ошо ерҙе барып ҡарай. Туҙған ҡоролмаларҙы тергеҙергә ҡарар итә. 28 гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға ала.
Быйыл инде ул алты быуаны “эшкә ҡушырға” уйлай. Өсөһөнә һаҙан балығы селбәрәһе ебәрелгән дә инде.
Фәнис Зөбәйеров башта һаҙан балығы селбәрәһе һатырға ниәтләй. Был продукцияға Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда, Ырымбур өлкәһендә лә һорау күп. Октябрь аҙағына иһә һатыу өсөн балыҡ та үҫеп етәсәк.
Эшҡыуар быйыл 17 тонна балыҡ, инкубация цехынан 10 миллион балыҡ селбәрәһе алырға мөмкинлек бар, тип һанай. Сығымдар күҙаллағандан байтаҡҡа артыҡ булған.
Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығының киләсәккә ниәттәре ҙур. Ул башҡа төрлө балыҡтарҙы ла үрсетергә уйлай. Әлегә Фәнис Зөбәйеровтың төп маҡсаты – республика халҡы өсөн һаҙан балығының хаҡын килограмына 180 һумға тиклем төшөрөү.
“Агростартап” гранты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә финанслана. Үткән йылда Башҡортостанда яңы эш башлаған 115 фермер еңеүсе булған. Быйыл ауыл ерендә йәшәгән эшҡыуарҙар өсөн “Агростартап” грантының дөйөм суммаһы 266 миллион һум тәшкил итә.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: