+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 11:59

Эшҡыуарҙар табиптарға ярҙам итә

Дүртөйлө районында эшҡыуарҙар йоғошло сирҙәр госпиталенә ярҙам итеүҙе үҙ бурысы тип күрә.

Дүртөйлө районында эшҡыуарҙар йоғошло сирҙәр госпиталенә ярҙам итеүҙе үҙ бурысы тип күрә.
Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһының йоғошло сирҙәр бүлеге базаһында коронавирус диагнозы раҫланған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн госпиталь ойошторғанда район эшҡыуарҙарының финанс ярҙамы бик урынлы булған.
Был эшкә “Башагро” предприятиеһы ла тос өлөш индергән. Ойошма етәксеһе Илфир Мәғәсүмов: ”Ошо ҡатмарлы мәлдә ситтә ҡала алманыҡ, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы сафындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә мотлаҡ булышлыҡ итергә тейешбеҙ, тип һананыҡ”, – тип һөйләй.
Предприятие дауахана өсөн шәхси һаҡланыу саралары, күп тапҡыр ҡулланылыусы һаҡлағыс комбинезондар, һауаны дымландырғыстар һатып алған.
“Башагро” йәмғиәте Мәмәдәл ауылына яҡын урынлашҡан. Көн һайын уның коллективы 50 тонна тирәһе ярма – ҡарабойҙай, борсаҡ, арпа етештерә. Ярма заводы йылдан-йыл үҫә, нығына бара. Әле ул 3 гектар ерҙе биләй. Иртәнән кискә тиклем унда станоктар геүләп эшләп тора. Ярманан тыш, бында мал өсөн ҡатнаш аҙыҡ та етештерәләр. Ойошма сығарған продукция Башҡортостан райондарына ғына түгел, Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе, һамар тарафтарына ла оҙатыла. Сеймал һәм әҙер продукцияның сифаты үҙ лабораторияларында тикшерелә.
Коронавирус эпидемияһы осоронда эшҡыуарҙар ҙа ауырлыҡтар кисерә, ләкин бөгөн табиптарға ярҙам ҡулы һуҙыу мотлаҡ, тип иҫәпләй улар.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: