-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 16:07

Ҡашҡа ауылына газ килгән

Асҡын районының Ҡашҡа ауылында ҡыуаныслы ваҡиға: ауылға оҙаҡ йылдар көтөлгән “зәңгәр яғыулыҡ” килгән.

Асҡын районының Ҡашҡа ауылында ҡыуаныслы ваҡиға: ауылға оҙаҡ йылдар көтөлгән “зәңгәр яғыулыҡ” килгән.
Газ үткәреү мәсьәләһен ауыл сходында ла күтәрәләр, шулай уҡ был хаҡта “Инцидент-менеджмент” системаһына ла мөрәжәғәт итәләр. Был эш 2000 йылда уҡ башланған була, ләкин ул саҡта йорттарҙың 28 процентына ғына газ инә. Бөгөн иһә “зәңгәр яғыулыҡ” трассаһы ауылдың бөтә урамдары буйлап һуҙылған. Социаль учреждениелар ҙа уға тоташтырылыу мөмкинлегенә эйә.
Райондың газ хеҙмәтенә 43 кеше ғариза биргән. Шуларҙың 18-е Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, дәүләт ярҙамынан – сертификаттарҙан файҙалана.
– Эште ваҡытында, сифатлы итеп башҡарған “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенә һәм подряд ойошмаһына, шулай уҡ был проектты хуплаған һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан бөтә кешеләргә ауыл халҡы исеменән ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, – ти Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин.
Фото "Аскинская новь" гәзите сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: