+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 21:10

Һаҡланыу сараһын үтәмәгән өсөн – 11 протокол

Бөгөн Өфөлә йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеү режимының үтәлеү-үтәлмәүен тикшереү буйынса рейд үтте.

Бөгөн Өфөлә йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеү режимының үтәлеү-үтәлмәүен тикшереү буйынса рейд үтте.
Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән йәмәғәт урындарында инфекциянан һаҡланыу саралары тәртибен индергәйне. 1 июндән ҡайһы бер сикләүҙәр алынһа ла битлек һәм бирсәткә кейеү режимы үҙ көсөндә ҡалды.
Йәмәғәт урындарында һаҡланыу сараһының был талабын үтәмәгән ябай граждандарға штрафтар – бер меңдән өс мең һумғаса, ә ойошмаларға 50–100 мең һум арауығында билдәләнгән. Ҡабатлап боҙоуға юл ҡуйғандар өсөн штраф ике тапҡырға юғарыраҡ ҡаралған.
Бөгөнгө рейд барышында 11 административ протокол төҙөлгән. Бындай тикшереүҙәр даими алып барылыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: