Өфөнөң 5-се клиник дауаханаһына паллиатив бүлек пациенттары өсөн тәғәйенләнгән 50 функциональ медицина карауаты алынған.
Функциональ медицина карауаты ауырыуҙарға уңайлы һәм дөрөҫ торошта ҡалырға, оҙаҡ ваҡыт һөйәк-мускул аппаратын яҡшы тоторға, түшәктә ятып сирләгәндәргә ауыр өҙлөгөүҙәргә дусар булмаҫҡа ярҙам итә. Бынан тыш, махсус карауаттарға дауалау өсөн аппараттарҙы тоташтырып була.
Карауат ауырыуҙарға уңайлыҡтар тыуҙыра, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңелләштерә. Ул төрлө бейеклектә ҡуйыла, был пациентты дауалау, гигиена процедуралары үткәреү өсөн икенсе яҡҡа әйләндереү кәрәк булғанда бик уңайлы. Уның ике яҡтан ситтәре лә бар, был иһә хәүефһеҙлек өсөн мөһим.
Функциональ карауаттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.