“Йыл экспортеры” премияһын алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 15 июнгә тиклем оҙайтылған. Бөтә Рәсәй премияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башланғыс ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы бөтә һигеҙ федераль округтан да экспортерҙар – шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре тапшыра ала.
2019 йыл һөҙөмтәләре алты номинацияла ҡарала:
Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортеры; Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йыл экспортеры; Юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортеры; Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йыл экспортеры; Йыл асышы (тик бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн) һәм Яңы география (тик эре бизнес өсөн).