+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:40

Ҡыуаныслы ваҡиға

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещен районында булды һәм күсмә “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” үткәрҙе.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещен районында булды һәм күсмә “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” үткәрҙе.
Төбәк етәксеһе “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды, бәләкәй архитектура формалары етештереүсе "PROспект" предприятиеһында булды.
“Беҙҙең булышылыҡ менән яңы предприятиеның эшләй башлауын күреү – был сағыштырыуҙан тартынмай әйтәм – минең өсөн баланың донъяға килгәне кеүек. Благовещендағы "PROспект" балалар уйын майҙансыҡтары, воркауттар, бәләкәй архитектур формалар, ҡала һәм ауыл тормошон уңайлыраҡ иткән башҡа әйберҙәр етештерә. Инвестиция килешеүенә өлгәшкәндән һуң 2,5 ай ғына үтте, бөгөн бында иһә 80 кеше эшләй. 150-гә тиклем еткерәсәктәр. Технологик йәһәтән алдынғы икенсе сиратын да эшкә ҡушһалар, тағы 100 кеше өҫтәләсәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тауары һөрау менән файҙаланыуына шик юҡ. Шулай итеп, бюджеттан ихаталарҙы ремонтлауға бүлгән аҡса республика мәнфәғәтенә ике тапҡыр эшләй”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: