+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:37

Юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Мәҫәлән, 1 июндән Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән республикаға килеүселәргә 14 көн мотлаҡ үҙизоляция үтеү кәрәкмәйәсәк.
65 йәштән уҙғандар, хроник ауырыуҙар менән яфаланғандар өсөн үҙизоляция режимы һаҡлана. Вахтасыларға ла обсерваторҙан һуң тағы 14 көн өйҙәрендә ултырырға тура киләсәк.
1 июндән сауҙа үҙәктәре (улар биләмәһендә урынлашҡан фудкорттарҙан, ресторандарҙан, кинотеатрҙарҙан, балалар өсөн уйын зоналарынан тыш) асыла. Шулай уҡ урам яҡлап айырым ишектәре булған китапханалар, музейҙар эшләй башлай. Спорт залдары әлегә профессиональ спортсылар өсөн генә үҙ эшен яңырта.
6 июндән республикала йәшәүселәргә зыяраттарға барырға мөмкин.
4 июндән һөнәри белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу рөхсәт ителә.
15 июндән балалар шифаханалары һәм профилакторийҙары үҙ эшен яңынан дауам итә ала. 1 июлдән балалар өсөн һауыҡтырыу, мәктәп эргәһендәге лагерҙар, хеҙмәт һәм ял лагерҙары асыла.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: